0%

Яҡлауһыҙлыҡ. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Яҡлауһыҙлыҡ. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 02.12.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Көтмәгәндә көн һыуытты…
...Ер ҡарға ҡапланмаған!
Ағас-ҡыуаҡ тамырҙары
Һыуыҡтан яҡланмаған…

...Һирпмә һалҡын ҡарашыңды,
Өшөтмә һүҙең менән –
Туңдырырһың хистәремде,
Яҡлауһыҙ бит йәнгенәм…